0%

Тамсылар(шиғыр). Ғариф Ғүмәр

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тамсылар (шиғыр )
автор Ғариф Ғүмәр
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Тамсылар


 Тамсылар, тыпылдап,
 Түбәнән тамдылар,
 Ҡояшта йымылдап,
 Ынйылай яндылар.
 Әйтерһең, тәңкәләр
 Сылтырап һибелде.
 Ваҡ боҙҙар тәгәрәп,
 Йырлашып йүгерҙе.
 Ҡояш та көн һайын
 Йылыраҡ йылмайҙы.
 Асылды тау яны,
 Туғайҙы һыу алды.

 


1988 йыл